Башҡортостанда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илдә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе. Былтырҙан алып ул Рәсәй Президенты ҡарары менән башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә уҡыу йортон тамамлап ауыл мәҙәниәт учреждениеларына эшкә ҡайтҡан белгестәргә 1 млн һум ярҙам сараһы бүленә. Шишмә районында балалар сәнғәт мәктәбе лә ошо программа буйынса йәш педагогтар менән тулыланған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Эвелина Ҡолғарина быйыл Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлап Шишмә ауылына эшкә урынлашҡан. Йәш музыкант урындағы сәнғәт мәктәбендә балаларҙы думбырала уйнарға өйрәтә. 20 йәшлек белгес «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашып 1 млн һум дәүләт ярҙамы алған. Был сумманы ул фатир һатып алыу өсөн ипотекаға тотонорға ниәтләй.
Балалайкала уйнарға өйрәтеүсе Ангелина Исмәғилева үҙе лә Шишмә сәнғәт мәктәбен тамамлаған. Ул да һөнәри белемен камиллаштырып «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса туған мәктәбенә эшкә ҡайтҡан Учреждениела 619 бала музыка, сәнғәт, хореография, ижад йүнәлештәрендә белем ала.
Рәсәйҙә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тәү башлап Башҡортостанда ойошторолдо. 2021 йылдан алып программа буйынса 150 йәш белгестең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде.
Республикала йәл белгестәргә һөнәри үҫеш һәм эшкә урынлашыу өсөн ярҙам саралары ойошторолған. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 44 белгескә ярҙам бүленгән. Был программа ауылдарҙа кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙән тыш тәү сиратта малай-ҡыҙҙарға ижади һәләттәрен асып буласаҡ һөнәрен үҙләштерергә ярҙам итә.
Ф.Миһранова



