Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә компьютер спортында уңышҡа өлгәшкән йәштәр Башҡортостанға күсенеп, юғары уҡыу йорто өсөн уйнай башлай. Мордва республикаһынан Артем Белокосов та беҙҙең төбәктә киберспорт өсөн тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалай. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.
Киберспортта иң мөһиме-тиҙлек, стратегик фекерләү һәм ныҡышмаллыҡ. Команда менән эшләй белеү ҙә талап ителә. Мордва республикаһынан Артем Белокосов ун йылға яҡын компьютер уйындары менән шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа еңеүгә өлгәшкән. Ике аҙна элек алдынғы ҡарашлы егет Өфө фән һәм технологиялар университетында математика һәм информатика йүнәлеше буйынса уҡый башлаған.
Йыйылма командала илдең башҡа төбәктәренән, республиканың төрлө район-ҡаларынан да киберспортсылар йыйылған. Тренерҙар билдәләүенсә, юғары уҡыу йорто дөрөҫ сәйәсәт алып бара-күнекмәләр өсөн яҡшы шарттар булдырылған, киберспорттағы уңыштар өсөн юғары стипендия алырға мөмкин. Шулай уҡ вузда физкультура дәрестәре лә компьютер спорты менән аралаш ҡоролған.
Студенттар компьютер уйындарында уйнауҙан тыш, стартаптар өҫтөндә лә эшләй. Миллион һум күләмендә ярҙам алыусылар ҙа бар.
Быйыл сентябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспортсылары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашҡайны. Көн тәртибендә төбәктә компьютер спорты үҫеше һорауҙары ҡаралды. Юғары уҡыу йорто командаһы-илдә иң көслөләр иҫәбендә. Әйтәйек, компьютер спорты буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урын яуланған. Халыҡ-ара ярыштарҙа ла юғары һөҙөмтәләргә ирешелгән.
Университетта ярыштарға әҙерлектән тыш, мәғариф һәм профориентация эше лә уңышлы алып барыла. Команда ағзалары айти тармаҡҡа балалар һәм үҫмерҙәрҙе лә йәлеп итә, инновациялар спорты менән креатив индустрияларҙы ла үҫтерә. Һанлы технологиялар өлкәһендә дисциплина-ара проекттар ҙа тормошҡа ашырыла.
Гөлназ Хәйбуллина



