Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» проекты Мәскәүҙә XVII «Профессия-журналист» халыҡ-ара телефестивалендә еңеүсе тип танылды. Телефестивалдең ойоштороу комитетына 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма ҡабул ителгән. Конкурсҡа үткән 23 эштең 6-һы еңеүсе тип табылған. Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» документаль фильмы «Беларусь-24» телеканалы, Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы материалдары менән бер рәттән «Иң яҡшы репортаж» номинацияһында еңеүсе тип табылған
«Ҡайтыр» ҡушаматлы рус офицеры Павел Самойлин тураһында фильм телефестиваль сиктәрендә күрһәтелде.«Ҡайтыр» документаль фильмы билдәле журналист, күп балалы атай Павел Самойлин тураһында. Махсус хәрби операция башланғас ул ҡәләмен ҡорал менән алыштырып Ватан һағына баҫа.
Херсон йүнәлешендәге алыштарҙа Ҡайтыр яралана, 5 көн буйына һуғыш яланында аҙыҡ-түлекһеҙ һәм һыуһыҙ ята. Уны һәләк булған тип иҫәпләйҙәр. Фильм тормош, рух көсө тураһында.




