Өфөлә пенсионерҙар университеты аҡһаҡалдарға икенсе йәшлек бүләк итә

Ҡартайырға ваҡыт юҡ. Өфөләге Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусылар телдәрҙе өйрәнә, физкультура менән шөғөлләнә, нейрогимнастика яһай. Хаҡлы ялдағылар өсөн 20-нән ашыу түңәрәк эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән беҙҙең ижади төркөм танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Люциә Шәрипова хаҡлы ялда итальян телен өйрәнә. Һүҙҙәрҙе тиҙерәк иҫтә ҡалдырыр өсөн күргән бер предметты башҡортса, русса һәм итальян телендә ҡабатлап йөрөйөм, ти ул. Йылайыр районында тыуған Люциә ханымдың яҙмышы сәйәсәт, иҡтисад фәне менән бәйле. Дондағы Ростов ҡалаһында белем алғандан һуң, 30 йыл Ташкентта уҡыта. Тыуған яғына әйләнеп ҡатҡас, яңы мөхиткә яраҡлашыу, дуҫтар табыу еңелдән булмай.

Күрше бүлмәлә «Әхирәттәр» фольклор ансамбле яңы йыр һәм бейеү өйрәнә. Район, ҡала кимәлендә ойошторолған бер сараны ла ҡалдырмаған коллектив тамашасыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының тәүҙә килгәнен ишетерһең, шунан күрерһең, тигәндәй «Әхирәттәр» ансамбленә йөрөүсе һәр кемдең милли кейеме, биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ.

Өсөнсө быуын халыҡ университеты-өлкән быуын вәкилдәрен йәмғиәткә яраҡлаштырыу, уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында эшләй.

Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусы иң йәш студентҡа 60, ә иң олоһона-91 йәш. Әле белем усағында 300-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Унда «уҡырға» инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға ла, һынауҙар үтергә лә кәрәкмәй. Ни бары теләк булыу ғына мөһим.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ