Башҡортостан яугирҙары фронтҡа юлланды

Бер төркөм һалдаттар ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға ғаиләләре, яҡындары һәм дуҫтары килде. Сарала республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул яугирҙарға ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына алып барыу өсөн махсус автобус бүленә. Транспортты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.

Фото №1 - Башҡортостан яугирҙары фронтҡа юлланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ