Уны эшҡыуар һәм меценат Резедә Сайдарова ойошторған. Музей башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдыра. Унда йорт йыһаздары, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, балаҫтар һәм башҡа бик күп әйберҙәр тупланған. “Әсәйемдән ҡалған ҡул тирмәне ошондай проектҡа тотонорға илһам бирҙе”, - ти Резедә Сайдарова.
Музейҙы асыу тантанаһында республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ҡатнашты. “”Башҡорт өйө” туристарҙы йәлеп итеп торған урын булырына ышанабыҙ”, - тине ул.
“Бындай урындар рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға ярҙам итә”, - тигән фекерҙә музейға килеүселәр.





