Өфөлә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы 27-се пленар ултырышы үтте

Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, парламентарийҙар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы 45 закон проектын ҡараны. Алдағы өс йылға республика бюджетын планлаштырыу, граждандар алдында социаль йөкләмәләрҙе үтәү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.

Алдағы 2026 йылда бюджеттың килемдәр өлөшө яҡынса 314 миллиард һум тәшкил итһә, сығымдар-336 миллиард һум булыр тип күҙаллана. 22 миллиард һум күләмендәге дефицит башҡа финанс сығанаҡтары иҫәбенә ҡапланасаҡ. Төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыу, халыҡ һаулығын һәм именлеген һаҡлау, ҡала-райондар инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу-бюджет сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ