«Химия булды, әммә беҙ уның менән хушлаштыҡ». Яман шеш менән көрәшкән пациенттарҙы яҡлау маҡсатында ойошторолған был фотопроект Башҡортостанда 2023 йылдан бирле эшләй. Ике йыл эсендә проектта биш тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Өфөнөң «Артерия» үҙәгендә республика онкология диспансерында дауаланып яман шеште еңгән 18 пациент тарихына арналған фотокүргәҙмә асылды. Объектив аша йөрәккә өмөт сатҡыларын һалған фотһүрәттәр... Улар ябай ғына кадрҙар түгел, ә яман шеш менән көрәшкән пациенттарҙың сыҙамлығы. Фоторәссамдар һәр кадрҙа тормош һулышын, һәр ҡарашта ҡаҡшамаҫ рух көсөн тота алған.
Күргәҙмәнән һуң ҡатмарлы яҙмыш һынауҙары, оҙайлы дауалау курстары үткән пациенттарға психологик ярҙам маҡсатында лекциялар үткәрелде. Республика онкология диспансеры табиптары ауыр сир менән көрәшеүсе пациентарға рухи ныҡлыҡ, ауыр ваҡыттарҙа яҡындары һәм туғандарының ярҙамынан ташламауын, йылы һүҙ йәлләмәүен һәм иғтибарлы булыуҙарын теләне. Әөйткәндәй, Башҡортостанда йөҙ меңдән ашыу кеше яман шеште еңгән.



