Башҡортостанда 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы, 217 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар. Унда эшләүсе инспекторҙар ҡырағай хайуандар популяцияһын һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итә.Ҡыш миҙгелендә заказниктарҙа мал аҙығы майҙансыҡтары ойошторола.Беҙҙаң ижади төркөм Аҡкүл дәүләт заказнигы инспекторы менән бергә ҡырағай ҡош-кейектәр йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Татар Нағаҙағынан республиклағы иң ҙур тәбиғәт заказнигына тиклем юл бер-нисә саҡрым ғына. Әммә унда көҙгөһөн йәш ҡышҡыһын барып етеү өсөн иҫәпһеҙ-һанһыҙ артылыштарҙы үтеүгә яҡынса ике сәғәт ваҡыт үтә. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге ҡырағай йәнлек-кейектәр доньяһы өсөн инспектор Таһир Хисмәтуллин яуаплы.
Биләмәгә транспортта инеү тыйыла. Инспекторға Аҡкүл дамбаһы тирәләй һалынған һәр һуҡмаҡ, оялар яҡшы таныш. Аҡкүл дәүләт заказнигы тарихы 1957 йылда башлана. Ул Ағиҙел йылғаһы һәм Аҡкүл күле туғайындағы уникаль тәбиғәтте һаҡлау, йылға ҡондоҙо популяцияһын тергеҙеү өсөн зоологик.заказник булараҡ ойошторола. Биләмәлә төрлө һыу ҡоштары һәм балыҡ күп. Браконьерҙар ҙа тик ятмай. Сикләү-тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, балыҡ аулауҙы дауам итә. Был юлы һиҙгер инспектор ҡарашы ағас ышығында ҡалдырылған мискәләргә төштө.Иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң, инспектор законһыҙ ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн ҡорамалдар, ауҙар һәм йәшереп балыҡ тотоу өсөн әҙерләнгән һөңгөгә юлыҡты.
Әммә һыу ятҡылығын һаҡлау-ул ҡағиҙә боҙоусыларға ҡаршы көрәш кенә түгел. Таһир Хисмәтуллин Ҡарсыға күл һәм уның тирә-яғындағы тәбиғәт торошон иғтибар менән күҙәтә. Ҡондоҙҙар популяцияһына айырым иғтибар бүлә: был тырыш хайуандар экосистеманың мөһим өлөшө. Уларҙың именлеге һыу ятҡылығының торошо ышаныслы ҡулдарҙа булыуы хаҡында һөйләй.
Ә был туҡланыу майҙансығында фототоҙаҡ ҡуйылған. Фотообъективҡа ҡабан сусҡалары, мышылар эләккән.
Ҡыш миҙгелендә ҡырағай йәнлектәргә һәм ҡоштарға аҙыҡ табыу ауырлаша, шуға күрә лә инспектор кеше күҙенән ситтәрәк урынлашҡан ерҙә туҡланыу майҙандары булдыра.
Таһир Хисмәтуллиндың эше-патруллек итеү һәм контроль генә түгел, ә ҡырағай тәбиғәттең балансын һаҡлау. Инспектор республикала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция ойошторолоуы ҡырағай тәбиғәттә күп нәмәне ыңғай яҡҡа үҙгәртте тип билдәләй. Мышы, ҡабан сусҡалары һаны арта, айыуҙар ҙа был төбәккә ҡунаҡҡа килеп сыға. Браконьерҙар кәмей. Кешеләр ҡырағай тәбиғәткә һәм урман йәнлектәренә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә.
Аҡкүл дәүләт заказнигының дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрҙан ашыу. Был майҙанға Аҡкүл күле лә индерелгән. Йәнлектәрҙе туҡландырыу өсөн һигеҙ майҙансыҡ булдырылған.Уларға миҙгеленә ҡарап йәшелсә-емештәр, кишер сөгөлдөр, бәрәңге,фураж, тоҙ һәм кукуруз килтерелә.
Гүзәл Борханова



