Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Ольга Занко менән осрашты

Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Башҡортостан бүлексәһе ҡатнашыусылары хәрәкәте рәйесе, Дәүләт думаһы депутаты Ольга Занко менән осрашты. Быйыл Бөтә Рәсәй проектына 10 йыл тулды. Илһөйәрлек йүнәлешендә эшләгән ойошма илдә иң ҙурҙарының береһе һанала һәм әлеге ваҡытта уның составында төрлө йәштәге миллиондан ашыу кеше бар. Республикала «Еңеү ирекмәндәре» алдынғы йәмәғәт хәрәкәте иҫәпләнә. Ойошма вәкилдәре быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бәйле төрлө сараларҙа ярҙамлаша, үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан активистары хәрәкәт рәйесе Ольга Занко менән осрашып, үҙ һорауҙарын бирҙе. Иң әүҙем ирекмәндәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Башҡортостанда ирекмәнлек традициялары ныҡлы. Тап Башҡортостанда беренсе булып тормошҡа ашырылған проекттарҙы беҙ артабан федераль кимәлдә үткәрәбеҙ. Бында яҡшя идара итеү командаһы эшләй, ә иң мөһиме ихлас күңелле, ярҙам итергә әҙер булған кешеләр йәшәй.

Ольга Занко, «Еңеү Ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең үҙәк аппараты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ