Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһы менән бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Наталья Кудашкина Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетын етәкләй һәм фармакогнозия һәм ботаника кафедраһы менән етәкселек итә. Рәсәйҙең иң яҡшы деканы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.
Наталья Кудашкинаның эш кабинетында был документтар иң күренгән урында һаҡлана. 1911 йылда Ашхабадта олатаһының иң яҡшы дарыуханасы булараҡ танылыуы тураһында иҫтәлек-ҡәҙерле ҡомартҡы. Фармацевттар династияһын дауам итеп Наталья Владимировна был өлкәлә ҡырҡ йылға яҡын эшләй.
Профессорҙың Рәсәйҙә фармацевтика фәнен, университетты үҫтереүҙәге роле ил кимәлендә баһа алды. Наталья Владимировна етәкселегендә Иран менән халыҡ-ара проекттар тормошҡа ашырыла. Үзбәкстандағы Сәмәрҡәнд медицина университеты менән берлектә лаборатория асылған. «Сәнәғәт фармацияһы» программаһы буйынса «Дарыуҙарҙың сифатын контролдә тотоу» белем биреү программаһы булдырылған. Томск дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек алып барыла. 1 докторлыҡ, 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, 5 кеше яҡлауға әҙерләнә.
Ил кимәлендә «Фармацевтика фәндәре» номинацияһында «Йыл деканы» исеменә лайыҡ булыу- тотош факультеттың ҡаҙанышы.
Фармацевтика һүҙе менән күптәрҙең күҙ алдына дарыухана, ундағы ғәҙәти дарыу препараттары килә. Ә тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләүсе факультет коридорҙары, һәр бүлмә тиерлек шифалы үләндәр менән тулы. Уҡытыусылар студенттар менән уларҙы йыйып киптерә һәм төрлө дарыуҙар яһарға өйрәнә.
Фармацевтика факультеты деканы етәкселегендә студенттар фәнни тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып бара. Зарема Игҙәкова фармацевт һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, аспирантурала ҡалырға ҡарар иткән. Ул гәрсисте өйрәнеп ғилми эш яҙа. Тиҙҙән Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаясаҡ.
Мария Шуклина иһә шәкәр диабетынан яфаланыусылар өсөн препарат булдырыу өҫтөндә эшләй. Төрлө дарыу үләндәрен ҡушып яһалған таблетка ҡандағы шәкәр кимәлен тиҙ генә төшөрөргә ярҙам итәсәк.
Виолетта Михеда иһә шифалы үләндәр ярҙамында микробтарға ҡаршы спрей яһау буйынса эшләй. Маҡсатҡа ирешкәнсе әлбиттә, бер нисә йыл ваҡыт үтә, әммә шуныһы мөһим- фәнни эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр лаборатория бүлмәһендә ҡалмай, улар биологик актив өҫтәмәләрҙе әҙерләүҙә файҙаланыла.
Рәмилә Исмәғилева



