“Ауыл һәм ҡала тренерҙары” программалары

Тренерлыҡ эшмәкәрлеге спортсыларҙың физик, әхлаҡи һәләттәрен үҫтереүҙе һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала 5 йыл “Ауыл тренеры” , 2024 йылдан “Ҡала тренеры” программалары тормошҡа ашырыла. Унда республикала биш йыл йәшәгән тренерҙар ҡатнаша ала. Һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырыла. Аҡсаны торлаҡ, өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөүгә тотоноп була. Киләһе йылдан 22 белгес республика ярҙамында федераль түләүҙе ала. Бынан тыш, 58 спортсы һәм 30 тренер ғүмерлек стипендия менән тәьмин ителгән. “Ауыл тренеры” программаһы менән Ейәнсуранан 7 тренер файҙаланған. Район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлеге етәксеһе Венер Сабитов.

“Ауыл һәм ҡала тренерҙары” программалары

Проект ярҙамында республиканың ауыл биләмәләренең кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә, балалар-үҫмерҙәр спорты ла үҫешә. Программа буйынса, республиканың төрлө мөйөштәрендә спорт өлкәһе яңы һулыш ала. Тренерҙар аҡсалата ярҙам алып спорт төрҙөрен үҫтерә. Балалар бушлай шөғөлләнә ала. Йәш спортсылар үҙ сиратында һынатмай, республика һәм халыҡ-ара ярыштарҙа уңыштар күрһәтә. Башҡортостандан спорттың 141 төрө менән шөғөлләнәләр, быйыл республика спортсылары төрлө ярыштарҙа меңдән ашыу миҙал яулаған.

Фото №1 - “Ауыл һәм ҡала тренерҙары” программалары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ