Башҡортостан яугирына дәүләт наградаһы тапшырылды

"Прораб" ҡушаматлы һалдат Оборона Министрлығының "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалына лайыҡ булды. Был турала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә белдерә. Шулай уҡ яугирға хәрби берләшмәнең Почет грамотаһы тапшырылған. "Был награда яҡташыбыҙҙың Ватанға тоғролоғо һәм фиҙаҡәрлеген күрһәтә. Беҙ "Прораб"ты ышаныслы, яуаплы һәм маҡсатҡа ынтылышлы кеше булараҡ беләбеҙ. Уның Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ", - тип яҙған Динис Йосопов.

Фото №1 - Башҡортостан яугирына  дәүләт наградаһы тапшырылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ