Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле закон проекты тикшерелә. “Питбайктарҙы спорт мәктәбенән белешмә булғандарға ғына һатыу хуплана. Үҫмерҙәр мотоциклда махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейеш”, - тип белдерә депутаттар. Быйыл республикала авто йәки мото транспорт рулендә 2 мең үҫмер тотолған. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫерек булған. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. Транспорт менән идара иткән балалар ҡатнашлығында 70-кә яҡын авария теркәлгән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Рулгә ултырма, малай” тигән кампания ойошторолдо. Автоинспектор Ленар Зиннуров:




