Быйыл был мөмкинлек менән 300-гә яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙаланған. Тағы ла 30 ғариза ҡабул ителгән. Вице-премьер - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, бындай хоҡуҡ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәйҙең дәүләт ордендары менән наградланған махсус хәрби операция ветерандарына бирелә. Бының өсөн урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.




