Башҡортостандың һәр муниципалитетында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәктәре барлыҡҡа килергә тейеш. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә яҙам итеү төп мәсьәләләрҙең береһе. Был йәһәттән республикала ярҙам саралары исемлеген киңәйтеү һәм уларҙы алыу уңайлығын арттырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Әле республикала махсус хәрби операция яугһирҙарына ярҙам күрһәтеүсе 10 үҙәк эшләп килә. Улар Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалалары, Баймаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан. Был үҙәктәрҙә яугирҙар әһм уларҙың ғаиләләренә медик-психологик, консультация, юридик, ирекмәнлек ярҙамы күрһәтелә. Ошонда уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары ла эшлөй, улар ветерандарға һәм яҡындарын юғалтыусыларға тейешле ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, үҙәктәрҙә министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың күсмә ҡабул итеүҙәре лә ойошторола. Иң мөһиме, был үҙәктәргә ярҙамға мохтаждар ғына түгел, үҙҙәре кешеләргә ярҙам итергә теләүселәр ҙә килә. Ундайҙар беҙҙә күп. Яугирҙарыбыҙға һәр төрлө ярҙам күрһәтеүселәргә оло рәхмәт, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



