Иглин районының баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре махсус хәрби операцияға ярҙам итә

Ошо көндәрҙә «Липки-7» баҡсасылар ширҡәте рәйесе район ирекмәндәре штабына сираттағы аҡса йыйып тапшырҙы. Изге ғәмәлдә башлыса баҡсасылыҡ ширҡәтенә ҡараған пенсионерҙар ҡатнашҡан. Инде икенсе йыл рәттән баҡсасылар еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Улар тапшырған аҡсаға ирекмәндәр штабы маскировка селтәрҙәре үреү өсөн туҡымалар, һалдаттарға башҡа кәрәк-яраҡтар һатып ала. Ярҙам һөҙөмтәләрен үҙ күҙҙәре менән күргән баҡсасылар киләсәктә лә штаб менән бәйләнеште өҙмәҫкә ҡарар итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ