«Ғилем» йәмғиәте һәм Яҙыусылар союзы мәғрифәт эшен бергә алып барасаҡ

Яҙыусылар союзында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Дәүләт идеологияһын халыҡҡа еткереүсе көс булған ижадсыларға аныҡ маҡсаттар ҡуйылды, Яңы йылдан «Ғилем» Рәсәй йәмғиәте, Башҡортостан яҙыусылар союзы мәғрифәт-ағартыу эшен бергәләп алып барасаҡ. Улар алдына республика ҡала һәм райондары буйлап заман идеологияһын киң ҡатлам халыҡҡа: уҡыусыларға, студенттарға, ауыл хужалығы хеҙмәкәрҙәренә, эшселәргә, муниципаль хеҙмәттәргә еткереү бурысы ҡуйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ