Матурлыҡ, зауыҡ, ҡул эштәре. Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда «Хазина» халыҡ клубы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Күҙ яуын алған эштәр хаҡында киләһе яҙмала.
Гердан-сәйләндән этник стилдә эшләнгән, хәҙерге заман биҙәге. Уны теҙеү буйынса оҫталыҡ дәресенә Баймаҡ ҡалаһынан һәм ауылдарынан, Йылайыр районынан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Биҙәүесте яһау нескәлектәренә ҡул эштәре оҫтаһы Миңлегөл Килмәкова өйрәтте. Ханымдар яңы төр эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тотондо.
Биҙәүестәр-халҡыбыҙҙың йәшәйешен, матурлыҡты сағылдырған, яман күҙҙән һаҡлау, ҡупшыланыу маҡсатында ҡулланыла торған әйбер. Бөгөнгө көндә иһә стилләштерелгәндәре ҙур популярлыҡ яулай, шуға күрә лә зауыҡ яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар яңы ҡул эшенә өйрәнергә теләп килә.
«Хазина» халыҡ клубына йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар сигеү, тегеү, бәйләү, нағышланған ҡашмау-түшелдеректәр эшләү менән шөғөлләнәләр. Гердан буйынса үткән оҫталыҡ дәресе лә бик мәғлүмәтле һәм файҙалы булды. Һәр ҡатнашыусы үҙенә илһам, дәрт, яңы белем туплай алды.



