Башҡортостанда боҙға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн контроллек көсәйтелде

Республикала быйыл ҡыш һуңлап килә. Ноябрҙең аҙағы яҡынлашыуға ҡарамаҫтан йылға-күлдәр туңмаған. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Һуңғы айҙа ғына йоҡа боҙ менән бәйле бер нисә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 1 ноябрҙән төбәктә ведомство-ара иҫкәртеү операцияһы үтә. Ошо осорҙа 2 мең ярымдан ашыу профилактик рейд ойошторолған. Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә һыуҙа һәләк булыусылар 5,3 процентҡа кәмей. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы барышында муниципалитет башлыҡтарына һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ