Медицина вуздарын тамамлаусыларҙың бер өлөшө генә юллама буйынса эшкә йүнәлтеләсәк

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, киләһе йылдан маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алған йәш белгестәр өс йылға тиклем дәүләт медицина учреждениеларында эшләргә бурыслы. Яңы ҡануниәт төбәктәрҙә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итергә тейеш. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Дәүләт Думаһы медик-студенттар өсөн яңы уҡыу шарттарын билдәләүсе закон ҡабул итте. Ул маҡсатлы уҡытыуҙы һәм медицина учреждениеһында өс йыл дауамында мотлаҡ эшләүҙе күҙ уңында тота. Әммә яңы ҡануниәт диплом алған бөтә йәш белгестәргә лә ҡағылмай. Табип- остаз етәкселегендә максималь эшләү ваҡыты ҡайһы бер медицина һөнәрҙәре өсөн генә билдәләнгән. Улар араһында, мәҫәлән, хирургияның бер нисә төрө, онкология, шулай уҡ неонатология бар.

Киләһе йылдан медицина вуздарында урындарҙың 70 процентын маҡсатлы квотаға, ә ҡалған 30 процентын бюджет нигеҙендә уҡырға инеүселәргә ҡалдырыу күҙаллана.

Йәғни, студент-ординатор мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләгән аныҡ клиника менән килешеү төҙөргә һәм диплом алғас шул учреждениеға барырға тейеш. Әлбиттә, яңы закон бөгөнгө студентарҙа төрлө фекерҙәр тыуҙыра.

Күпселек белгестәр өсөн мотлаҡ эшләү ваҡыты күпкә ҡыҫҡараҡ буласаҡ, бигерәк тә ауылға, бәләкәй ҡалаға йәки Рәсәйҙең яңы төбәктәрен һайлаусылар өсөн. Әммә ул бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, фармацевттар һәм ҡайһы бер йүнәлештәге белгестәр остаз менән мотлаҡ эшләүҙән азат ителә.

Яңы ҡағиҙәләр буйынса медицина белеме биреү системаһы хәҙер ике кимәлдән тора. Беренсеһе специалитет-бөтәһе өсөн дә мотлаҡ. Уҡыу түләүле, бюджет нигеҙендә йәки маҡсатлы булырға мөмкин. Һуңғы йүнәлеште һайлаусылар һайлаған клиникаға ҡайтыуҙан баш тарта икән, аҡсаны өс тапҡырға ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ. Икенсе кимәл-ординатура. Был түләүле йәки маҡсатлы программа. Маҡсатлы килешеү шарттарын боҙған өсөн ике тапҡыр штраф ҡаралған.

И.Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ