Башҡортостанда ялған ҡымыҙ асыҡланды

Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Тышлығында яҙылған составы дөрөҫлөккә бөтөнләй тура килмәгән. ПЦР-анализ ысулы буйынса уҙғарылған экспертиза һөҙөмтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.

Тыштан ялтырай ҙа бит, әммә продукция ни тиклем ышаныслы?! Башҡортостан һынау лабораторияһында ҡымыҙ өлгөһөнә дүрт этапта тикшереү ойошторола. Тәү сиратта, ДНК-һы алынып, бейәнеке менән сағыштырыла. Әгәр тура килмәй икән, эре мөгөҙлө малдыҡы булыу ихтималлығы ҡарала. Барлыҡ анализдар стериль шарттарҙа үтә.

Заманса лаборатория тикшеренеүҙәре аҙыҡ-түлек продукцияһының составын һәм йәшерен компоненттарҙы тулыһынса билдәләү мөмкинлеге бирә, күп төрлө тест-системалар ҡулланыла. Әйтәйек, ПЦР-анализ һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөһөндә бейә һөтө асыҡланманы. Тимәк, етештереүсе һыйыр һөтөн ҡулланып, ялған продукцияны һатыуға сығарған.

Һынау лабораторияһына ҡымыҙҙы ҡулланыусы килтергән, йәғни составы буйынса шик тыуҙарған эсемлекте һәр кем тикшертә ала. Әммә был хеҙмәт түләүле. Әгәр ҡымыҙҙың бер литры яҡынса 300 һум булһа, барлыҡ анализдар 20 тапҡырға ҡиммәтерәккә тура килә.

Продукция составы дөрөҫ күрһәтелмәгән осраҡта етди саралар ҙа күрелә. Тикшереү һөҙөмтәләре «Меркурий» мәғлүмәт системаһына индерелә. Рәсми рәүештә тауарҙың фальсификацияланған булыуы билдәләнә.

Алтынсы йыл ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән фермер Денис Өмөтбаев шифалы эсемлектең миҙгелле продукт булыуын иҫкәртә. Тәбиғи ҡымыҙ йәй генә етештерелә. Шул уҡ ваҡытта һәр етештереүсе намыҫына таянып, эсемлектең составын асыҡлап яҙырға бурыслы. Ҡулланыусылар этикеткаларға иғтибарлы булырға ла тейеш, сөнки магазин кәштәләрендә ҡымыҙ продукты тип исемләнгән эсемлек тә ҡуйыла.

Ҡымыҙ миҙгеле күптән тамамланған, һынау лабораторияһында асыҡланған ялған продукция быға асыҡ дәлил. Йыл әйләнәһенә етештерелгән осраҡта ла, эсемлектең бар шифаһы тап йәйге осорҙа ғына ҙур көскә эйә, тигән ҡарашта белгестәр ҙә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ