Шулай уҡ быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының Агротехнологиялар һәм ураман хужалығы факультеты дәүләттең “Приоритет 2030” фәнни программаһына ҡушылып, яҡын киләсәктә фәнни-техник өҫтөнлөк алыусы үҙәккә әйләнергә йыйына. Был йәһәттән республика хөкүмәте лә ҙур ярҙам күрһәтә. Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән быйылдан республика кимәлендәге Баҫыу көндәре БашДАУ-ҙың Уҡытыу-ғилми үҙәге нигеҙендә үтергә тейеш. Был баҫыусылыҡҡа артабан да ғилми ҡарашты нығытырға тейеш. Фәнни эштәр хаҡында тулыраҡ факультет деканы Раил Әлимғафаров һөйләй.




