Башҡортостан Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин ошо хаҡта хәбәр итте. Сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Унда 1 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә. Яңы йыл каникулдарында ҡала һәм райондарҙа “Ғаилә уйындары” ойошторола. Министрлыҡ балалар өсөн байрам саралары календары төҙөгән. Ҡыҙҙар һәм малайҙар конкурс, викторина, күргәҙмә һәм флешмобтарҙа ҡатнаша ала. 13 ғинуарҙа Өфөлә “Аксаков шыршыһы” уҙғарыла. Унда мөмкинлеге сикле балалар саҡырыла.




