Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, 2 меңгә яҡын шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект урынлаштырыла. “5 декабргә ҡәҙәр бина, урам, парк һәм йәмәғәт киңлектәренә байрамса уттар ҡорола. 22 декабргә бөтә ҡаласыҡтар тантаналы асылырға тейеш”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан башлығы һырғалаҡтарға техник баһа бирергә ҡушты. “Улар хәүефһеҙ булырға тейеш. Хакимиәт башлыҡтары Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә бурыслы”, - тине Радий Хәбиров.




