Республика хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Быйылдан мәктәп проекттарын хуплауға - 600, 2027 йылдан - 700 мең һумға тиклем аҡса ҡарала. Быға тиклем уның суммаһы 500 мең һум булды. Район хакимиәте лә аҡса өҫтәй. Шулай уҡ ата-әсәләр ярҙам итә ала. Былтыр республика уҡыусылары конкурсҡа 370-тән ашыу заявка тапшырған. Уларҙың 220-һе төп этапҡа үткән. 2023 йылда 144 проект еңеү яулаған. “Был проект урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына оҡшаған. Тик ул балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәптә ял урыны ойошторорға, спорт майҙансығын төҙөкләндерергә, мәктәп кафеһы асырға тәҡдим итә ала. Еңеүселәргә республика бюджетынан аҡса бүленә”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.




