«КАМАЗ» рулендә эҙләүҙә булған ир ултырыуы тураһында мәғлүмәт бөтә юл-патруль хеҙмәте экипаждарына ебәрелә. Махсус система транспорт сараһын Өфө-Ырымбур трассаһында таба. Йөк машинаһына Ростов өлкәһенән 25 йәшлек ир идара иткән була. Билдәле булыуынса, 16 октябрь кис Өфөлә 68 йәшлек туғаны менән бергә эскән. Ике ир араһында низағ сығып, йәш кеше пенсионерға бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә. Зыян күреүсенең ваҡиға урынында уҡ ғүмере өҙөлә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.



