Сағыр ауылындағы модулле ФАП урындағы һәм Кеҙетамаҡта йәшәүсе 360-тан ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бында тәжрибәле фельдшер Нәзифә Рамаҙанова эшләй. Яңы учреждение медицина ярҙамын халыҡҡа яҡыныраҡ һәм уңайлыраҡ итә. Хәҙер улар бер ҡайҙа ла йөрөмәй, үҙҙәренә уңайлы ваҡытта квалификациялы дауалау һәм консультация ала.
Иҙрис һәм Аҫылғужа ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа инде. Объекттар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса төҙөлгән. Хәҙер табиптар уңайлы шарттарҙа һәм заманса ҡорамалдар менән сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә ала, был, һис шикһеҙ, медицина хеҙмәтләндереүе кимәлен яңы баҫысҡа күтәрә.
Абзай ауылында тағы ла бер заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Был Ҡыйғы районында «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы буйынса төҙөлгән 17-се медицина учреждениеһы. Яңы ФАП 330-ҙан ашыу кешеһе хеҙмәтләндерәсәк. Бында ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылған.



