Өфөлә «Торатау» конгресс холында «Үҙәк Евразияла хазина эҙләү күләме һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары»на арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.
Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауҙағы археологик тәжрибә алымдары менән Рәсәй ҡалалары, күрше республикалар белгестәре һәм ғалимдары уртаҡлашты. Хужалыҡта, төҙөлөш эштәрен алып барғанда археология обьекттарына зыян килтермәү, туристарҙың һәм халыҡтың мәҙәнилеген арттырыу, тарих эҙҙәрен туплаған артефакттар һәм ер хазиналары өлөштәре менән социаль селтәрҙәр аша алыпһатарлыҡҡа юл ҡуймау мәсьәләләре лә көнүҙәк..Белгестәр хазина эҙләүселәр йылдан-йыл артыуын металл эҙләү ҡорамалдарын еңел генә маркетлейстар, интернет магазиндар аша һатып алыу менән бәйләй.
Тарихсы-ғалимдар фекеренсә, Бшҡортостанда 4 меңдән ашыу археологик ҡомартҡы иҫәпләнә. «Ирәндек» музей-ҡурсаулыҡ айҙаны 27 мең квадрат метр тәшкил итә. Республика өсөн мөһим булған биләмәлә ҡара археологтарҙың ҡаҙыныу эштәренә, социаль селтәрҙәр аша һатыу итеүенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барыла. Башҡортостанда «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейын, «Шүлгәнташ» таихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығын, «Торатау» геопаркын булдырыу археолгик йәһәттән ҡиммәтле булған биләмәләрҙе һаҡлауҙа һәм яҡлауҙа төп ҡаҙаныштарҙың береһе булып тора.



