"Юлдаш" радио өлкәһендәге иң мәртәбәле премия - "Радиомания 2025" еңеүсеһе тип танылды. "Тура эфирҙың иң яҡшы мәле" номинацияһында баш мөхәррир Миләүшә Ғәлиева еңеү яуланы. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Былтыр "Юлдаш" радиоһы милли радиостанциялар араһынан тәүге тапҡыр еңеү яуланы һәм тарихҡа инеп ҡалды.




