Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы Краснодар ҡалаһында «ЮГАГРО 2025» Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһе сиктәрендә үтте. Бөрө районынан Артем Черников бер юлы дүрт наградаға эйә булһа, Йәлил Хәкимов йүкә балына алтын һәм аҡһыл полифлорлы продукция менән көмөш миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ бронза миҙал менән ҡарабойҙай балы өсөн Илеш районынан Марат Иҙрисов билдәләнә. Конкурсҡа һәр ҡатнашыусы быйыл етештерелгән балдан өс өлгө продукция тәҡдим итте. Эксперттар Рәсәй төбәктәренән ебәрелгән балдың 432 өлгөһөн 9 төр номинацияла баһаланы. Улар продукттың тәбиғилеген һәм составын, органолептик үҙенсәлектәрен, ГОСТ һәм сифат стандарттарына тап килеүен иҫәпкә алды.



