«Бетеү» махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. Игнушетияла уҙған XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивалдә «Бетеу» «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлегенән, БРИКС илдәренән 215 конкурсант араһында танылыу яулау ҙур мәртәбә. Фильмдың режиссеры Руслан Юлтаев, сценарий авторы Анна Мырҙабулатова. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулаған ижади коллектив «Бетеү» ҙең икенсе тулы метражлыһын да төшөрөргә ниәтләй.
«Бетеү»ҙәге тарих нигеҙендә республиканың төрлө мөйөштәрендә булған реаль ваҡиғалар ята. Фильм Ишембай районында төшөрөлгән. Кадрҙар йылылыҡ һәм ихласлыҡ менән һуғарылған, уй-кисерештәр тамашасыға актерҙарҙың оҫта уйыны һәм хисле музыка аша тапшырыла. Сюжет буйынса, оләсәһе берҙән-бер ейәнен хәрби хеҙмәткә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул ғаилә ҡото булған-йән һаҡлаусы бетеүҙе тартып ала, әммә егет барыбер үҙ маҡсатына ирешә.Өләсәһе уны гуманитар ярҙам менән тапшырырға тырыша




