Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды

Был хаҡта бөгөн Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика башлығы Радий Хәбиров илдең спорт министры Михаил Дегтярев ҡулынан алды. «Спортты үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырған субъекттар бүләкләнә. Төбәктә уҙғарылған ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр һаны, берлектә финанслау күләме баһалана.

Быйыл милли спорт премияһы ун алтынсы тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт эсендә ул Рәсәй спортында төп дәүләт наградаһы, тармаҡты үҫтереү өсөн йүнәлеш статусын һаҡлап ҡала. Спорт министры Михаил Дегтярев билдәләүенсә, номинанттар-иң яҡшылары-юғары стандарттар ҡуя һәм киләсәк быуындар өсөн өлгө булып хеҙмәт итә. «Рәсәйҙең өмөтө: иң яҡшы спорт мәктәбе» категорияһында илдең олимпия резервындағы башҡорт мәктәбе лә лайыҡлы өсәү иҫәбенә инде.

Волна
Акции БСТ