Өфө районы предприятиеһы яңы етештереү линияһын йыя

Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән. Ойошма эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Эшкәртеүсе станок бер үк ваҡытта өс яҫылыҡта фрезалауға, ҡырҡырға һәм быраулап тишергә мөмкинлек бирә. Етештереү ҡеүәтен 20 тапҡырға арттырған ҡоролма бер нисә хеҙмәткәрҙе алмаштыра ала. Әммә төп өҫтөнлөгө-буласаҡ тәҙрә конструкцияларын дөрөҫ һәм сифатлы эшләүендә.

Миңә конструкторҙар һыҙма алып килә, уларға ҡарап программаға кәрәкле параметрҙар ҡуям. Тәүҙә һынап ҡарайым, барыһы ла техник регламенттарға тап килгән осраҡта сериялы етештереүгә баҫам. Унда күҙәтеп торорға ғына ҡала.

Марат Әхмәтйәнов, станок операторы

«Эрстед» компанияһы былтыр булдырылһа ла, тәүге заказадарын быйыл май аҙағында ҡабул итә башлай. Тәҙрәләр Белоруссиянан килтерелгән профилдән һәм Салауатта етештерелгән быяланан йыйыла. Ярты йыл эсендә ойошма байтаҡ заказдар эшкәртә. Атап әйткәндә, Әр-Рәхим мәсете, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге мәктәп, дауахана һәм ҡунаҡханалар өсөн дә тәҙрә, витраж, балкон кеүек конструкциялар етештерә. Заказ биреүселәр араһында Мәскәү төҙөлөш компанияһы ла бар.

Йыл аҙағына тиклем тағы бер цех асыу күҙаллана. Әле кәрәкле техника килтерелә, яҡын арала уларҙы монтажлау эше башланасаҡ. Яңы линияла модулле быяла эшләү планлаштырыла. Был технология-күп ҡатлы йорттар төҙөүҙә яңы һулыш.

Әле ғәҙәттә 25-28 ҡатлы йорттар төҙөлә. Уларҙың фасадын эшләү өсөн ике йыл тирәһе ваҡыт китә. Яңы технология был эште ике тапҡырға тиҙерәк, йәғни бер йыл эсендә тамамларға мөмкинлек бирә. Традицион һәм яңы ысулдың да үҙҡиммәте бер үк тиерлек. Әммә быяла панелдәр төҙөлөштө тиҙләтә.

Артур Рафиҡов, ойошма директоры

Компания Башҡортостан башлығы етәкселегендә ойошторолған инвестиция сәғәтендә ҡатнашып, етештереүҙе киңәйтеүгә бәйле проектын яҡлай. Инициатива Радий Хәбиров тарафынан хуплау таба. Ойошмаға быяла конструкцияларын етештереүҙең тулы циклын үҙ эсенә алған завод төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә. Ул 2027 йылда сафҡа инер тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ