Хәйбулла районында Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Халыҡ сәсәниәһенән оҫталыҡ дәресе. Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Сара Әбеш ауылы мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланып, артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте. Енлекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Ҡобайыр кеүек Асия Солтан ҡыҙының да тормош һәм ижад юлы бай. Ул милли мәҙәниәт һәм халыҡтың рухи донъяһы үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡорт халыҡ ижадын төплө өйрәнгән, традицион милли кейем оҫтаһы, йыраусы бөгөн үҙе белгәндәрҙе үҫеп килеүсе быуынға еткереү эшен дә алып бара.

Башҡортостандың халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллина 70 йәшлек юбилейы уңайынан Әбеш ауылы мәктәбендә эпос, ҡобайырҙар башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Осрашыуҙа Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенең студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Артабан, сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Фойела ҙур күргәҙмә ойошторолдо.

Кисә лә ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән үрелеп барҙы. Юбилярҙы ҡотларға туғандары, синыфташтары, ауылдаштары, мәктәп һәм мәҙәниәт коллективтары килде. Күптән түгел Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины тип танылған сәсәниә бөгөн тыуған Әбеш ауыл биләмәһенең дә маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Юбиляр ҙа яҡташтарына яуапһыҙ ҡалманы. Асия Ғәйнуллина Әбеш биләмәһенә ҡараған ауыл мәсеттәренә хәйер итеп бүләктәр таратты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә үҙ ҡулдары менән эшләгән бетеүҙәр тапшырҙы.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ