Ул Ватан Геройҙары көнөндә, 9 декабрҙә үтә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов белдерә. Сара махсус операция ветерандарына осрашырға, шулай уҡ аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға һәм дәүләт ярҙамын тойорға мөмкинлек була. Форум туғыҙ белем биреү майҙансығына бүленә, унда ҡатнашыусылар бизнес алып барыу темаларын тикшерә, үҙҙәре хаҡында һөйләй, муниципалитет вәкилдәре менән аралаша ала. Балалар һәм үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бирелә, уларҙың йәш геройҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашып һөйләшеү мөмкинлеге бар. “Ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша. Махсус хәрби опреация ветерандары ассоциацияһы 1500-ҙән ашыу ветеранды берләштерә. Форум улар өсөн фекерҙәш табыу ғына түгел, йәштәргә остаз булыу, үҙҙәренең илһөйәрлек рухын һәм тәжрибәһен тапшырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ буласаҡ”- , ти Оскар Ситдиҡов.




