Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты

Ижадсы 88 йәшендә вафат булды. Ул 1937 йылдың 25 июнендә Тажикстандың баш ҡалаһында тыуа. Зәки Мәхмүтов, Ғәлиә Солтанова, Фәриҙә Ҡудашева менән бергә эстрада бригадаларында эшләй. Филармонияла алынған тәжрибәһе Роза Хәйҙәр ҡыҙына музыка сәнғәтендә ҙур уңышҡа ирешергә ярҙам итә. Ул 1970 йылдарҙа йыр яҙа башлай. 1991 йылда СССР-ҙың композиторҙар берлегенә ҡабул ителә. Республика сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы исеме тапшырыла. “Роза Сәхәүетдинова бай ижади мираҫ ҡалдырҙы”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова.

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты

“Роза Хәйҙәр ҡыҙы күп шағирҙар менән хеҙмәттәшлек итте. Ижады менән исемен республика тарихына алтын хәрефтәр менән яҙҙы ”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Арыҫлан.

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты

Роза Сәхәүетдинова әсәһенең тыуған яғы - Саҡмағош районында ерләнә.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ