Өфөлә яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Бөгөн бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре оҙатып ҡалды. Улар хәрбиҙәргә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Көтөп алынған ялын ир-егеттәр ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Йорт эштәре, көнкүреш һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткән, осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Хәрбиҙәр хәрби биләмәгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында уңайлы автобустарҙа юлланды.

«Башҡортостан» полкы яугирҙарына һәм уларҙың хеҙмәттәштәренә кәрәкле әйберҙәр ҙә тапшырылды. Алғы һыҙыҡта көн һайын батырлыҡ күрһәткән ир-егеттәребеҙгә тылдан килгән һәр посылка йылы һәм өмөт сатҡылары алып килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ