Урал аръяғы атайҙары ҡор йыйҙы. Осрашыу Иҫке Сибай ауылында үтте. Фекер алышыуҙа тәрбиә, тормош -көнкүреш мәсьләләре күтәрелде, кәңәштәр бирелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Ирҙәр ҡоро» төбәк-ара форумы Иҫке Сибай ауылының яңыртылған мәктәбендә үтте. Сибай Утарбаев етәкләгән урындағы атайҙар ҡоро бик әүҙем эшләп килә. Был йәмәғәт ойошмаһы 44 ир-уҙаманды берләштергән.
Форумдың пленар өлөшөндә мөһим мәсьәләләләр ҡаралды. Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙы йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү уның төп бурыстары итеп ҡуйылды. Бындай йыйындар үтә икән, тимәк киләсәгебеҙ өмөтлө һәм ышаныслы.
Форумда республиканың Урал аръяғы райондарынан һәм ҡалаларынан ҡатнашҡан ир-егеттәр тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ғаиләлә патриотик, рухи тәрбиә биреү, йәштәр сәйәсәте һәм спортты үҫтереү буйынса әңгәмәләште. Йәмәғәт һәм хәйриә эштәрендә әүҙем булған көслө заттар бүләкләнде.



