Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 3-5 декабрҙә үтә. Был көндәрҙә «Торатау» конгресс-холына 2 меңдән ашыу кеше йыйыласаҡ. Рәсәйҙән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән сәйәсмәндәр һәм эшҡыуарҙар бәйләнештәр урынлаштырыу, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү менән шөғөлләнәсәк. Рәсәй юристар ассоциацияһы вәкилдәре ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе тикшерәсәк, үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Пленар өлөш барышында сара ҡунаҡтары бизнесмендар өсөн яңы тенденциялар һәм мөмкинлектәр тураһында беләсәк.



