Радий Хәбиров Әсәләр көнө уңайынан гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырҙы

Әсәйҙәргә оло хөрмәт менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡынлашып килгән Әсәләр көнө уңайынан гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе ҡулынан гүзәл заттар «Герой әсә», «Әсәлек даны» миҙалдарын, почет грамолары һәм рәхмәт хаттары алды. Бүләкләнеүселәр араһында күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, опекундар, Ватан һаҡсылары үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар бар ине. Тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Миһранова яҙмаһында.

Рәүилә Тәминдарова ейән-ейәнсәрҙәренең тыуған көндәрен дәфтәргә яҙып бара. 10 бала тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙең йортонда балалар тауышы тынмай. Ун баланың һәр береһе үҙҙәре лә күптән ғаилә ҡороп малай-ҡыҙҙар тәрбиәләй. Улар өсөн әсәләре иң яғымлы, иң яҡын кеше. Тормош иптәше менән Рәүилә Хәтип ҡыҙы ҡырҡ йыл йәшәп ғүмерен балаларына бағышлаған.

Яҡынлашып килгән Әсәйҙәр көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәүилә Тәминдарованы «Герой Әсә» миҙалы менән бүләкләне. Байрам уңайынан төбәк етәксеһе ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергән әсәләргә, опекундарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Ватанды һаҡлаусы герой-яугирҙарҙы тәрбиәләп үҫтергән гүзәл заттар ҙа иғтибар үҙәгендә булды.

Башҡортостанда 60 меңгә яҡын ишле ғаилә иҫәпләнә, республика был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында беренсе, илдә етенсе урынды биләй. Төбәктә күп бала тәрбиәләгәндәргә ярҙам саралары ҡаралған.

Бүләкләнгән әсәләр араһында төрлө милләт, төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһын бөйөк хис-әсәлек төшөнсәһе берләштерә. Әсә булыу үҙе бер һөнәргә тиң, сөнки гүзәл заттар был һөнәрҙе оло һөйөү, яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ менән атҡара

Ф. Миһранова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ