Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Эксперттар билдәләүенсә, республика ныҡлы спорт традициялары менән дан тота. Бөгөн төбәктә 2 милллион 300 меңдән ашыу кеше физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Йыл һайын 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 15 мең ярым самаһы спорт саралары үткәрелә.
Былтыр Өфөлә уҙған «Рәсәй спорт державаһы» халыҡ-ара форумы йылдың төп ваҡиғаһы булды. Әле Башҡортостанда 145 меңгә яҡын спорт ҡоролмаһы эшләй. Уларҙың һаны буйынса төбәктәр рейтингында республика 3-сө урынды биләй. Бөгөн республикала 141 спорт төрө үҫешә. Йыл һайын ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешкән һәм республиканы лайыҡлы күрһәткән 18 йәшкә тиклемге спортсыларға стипендия түләнә.
Башҡортостанда адаптив физик культура һәм спорт менән даими рәүештә 47 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә, был ошо категория халҡының 28,9 процентын тәшкил итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренең социаль яраҡлашыуы өсөн шарттар булдырыу маҡсатында «Батырлыҡ» проекты тормошҡа ашырыла, унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.



