Башҡортостан Төбәк сәйәсәте үҫеш үҙәге ҡулланыусылары ихтыяжы рейтингын етәкләне

Республикала юл буйы сервисын камиллаштырыуҙы, склад һәм логистика инфраструктураһын, бәләкәй һәм мобиль сауҙаны киңәйтеүҙе күҙаллаған стратегия булдырылған. Тәүге өс лидер төбәк иҫәбенә Татарстан менән Ростов өлкәһе лә инә.

Билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда бәләкәй сауҙа әйләнеше йылдан-йыл үҫә. Быйыл туғыҙ айҙа ул өс ярым процентҡа артҡан,. Республика күрһәткестәре Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй..

Беренсенән, төбәктә ҡулланыусылар ихтыяжын кәметмәҫкә мөмкинлек биргән халыҡтың реаль килем кимәле һаҡлана һәм арта. Икенсенән, кәрәкле логистик, транспорт һәм башҡа инфраструктура булдырыла, ул тауарҙарҙы ҡулланыусыларға еткерергә булышлыҡ итә.

Денис Чувилин, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалындағы «Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг» кафедраһы мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ