Башҡортостан доноры үҙенең генетик игеҙәген табып, лейкемия менән сирлгән кешене ҡотҡарҙы

Елек донорын табыу ихтималлығы ун меңдән бер кеше генә. Генетик материалдар тап килеү осраҡтары һирәк. Башҡортостандан ғына уларҙың һаны ни бары 35-кә еткән. Иглин районынан Иван Исаков та федераль регистрҙа теркәлеп, бер йылдан һуң үҙенең генетик игеҙәге барлығын белгән. Лейкемия менән яфаланған кешене ҡотҡарыр өсөн ул үҙенең олон күҙәнәктәре менән уртаҡлаша.

Һаулығына зарланмай, медицина тикшеренеүҙәре буйынса ла сәләмәт. Ун ай элек Шишмә районынының Сыуаш-Ҡыбау ауылынан Иван Исаков елек донорҙары федераль регистрҙа теркәлә һәм бына күп тә үтмәй ул илдең баш ҡалаһына барып лейкемия менән сирләгән кешегә донор булараҡ сығыш яһай. Генетик яҡтан тап килеү күренештәре бик һирәк күренеш, шуға күрә яҡташыбыҙ сирлене ҡотҡарырға ҡарар итә.

Шылтыратып, генетик материал буйынса оҡшашлыҡ бар тип әйттеләр. Кешегә ярҙам итергә ризаһығыҙмы тип һоранылар. Мин уйлап та тормай, ризалаштым. Башта Өфөгә, унан һуң Мәскәүҙәге клиникаға медицина тикшеренеүҙәренә саҡырҙылар. 17 ноябрҙә донация булды. Кемде ҡотҡарғанымды белгем килә, әлбиттә, әлегә был сер итеп һаҡлана. Ир кеше икәнен генә хәбәр иттеләр.

Иван Исаков, елек доноры

Илдең баш ҡалаһындағы медицина учреждениеһында бүләкләү тантанаһы ла үткән. Яҡташыбыҙ Иван Исаков елек доноры иҫтәлекле билдәһен алған. Изге эшкә уны ике туған һеңлеһе Ирина Фролова өгөтләгән. Республика ҡан тапшырыу станцияһында донорлыҡ пропагандаһы буйынса менеджер булып эшләгән осорҙа ҡатын үҙе лә һөйәк мейеһе донорҙары федераль регистрында теркәлә һәм генетик игеҙәге табылыу менән олон күҙәнәктәре менән уртаҡлашырға ризалаша. Теүәл бер йылдан һуң ҡыҙы тыуа, әле декрет ялында.

Минең генетик игеҙәгем утыҙ йәштән өлкәнерәк ир булып сыҡты. Уның ғүмерен ҡотҡара алыуым менән бәхетлемен. Барыһын да елек федераль регистрында теркәлергә саҡырам. Процедура ҡурҡыныс түгел. Башта анкета тултырып, өс миллилитр ҡан тапшырырға кәрәк. Әгәр оҡшашлыҡ табылһа, мотлаҡ рәүештә ризалашығыҙ. Сөнки бындай осраҡтар бик һирәк күренеш.

Ирина Фролова, елек доноры

Бөгөн федераль регистрҙа республиканан ун дүрт меңгә яҡын кеше индерелгән. Әммә генетик материалы тап килеүселәр бик аҙ. Оҡшашлыҡ табылған осраҡта ла-барлыҡ процедураларҙан баш тартыусылар ҙа бар.

Республика ҡан тапшырыу станцияһында 18 йәштән 35 йәшкәсә сәләмәт кешеләрҙе көтәләр. Електе күсереп ултыртыуға мохтаж пациенттың ғүмерен ҡотҡарырға теләүселәр, тәү сиратта, сәләмәт булырға тейеш.Ҡан өлгөһө лабораторияға тапшырылып, тикшеренеүҙәр уҙғарылғандан һуң генотип тураһындағы мәғлүмәттәр федераль регистрға индерелә. Иң мөһиме-хәрәкәт көсәйгән һайын оҡшаш генетик материал табылыу осраҡтары ла арта.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ