Бөгөн киң йәмәғәтселек күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы 88 йәшендә арабыҙҙан китте.
Тәүге ноталарынан уҡ йөрәктәрҙе арбаған «Аҡҡош күле» композиторҙың халыҡ яратҡан йырҙарының береһе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә композитор күп йырҙар ижад иткән. Уларҙың һәр береһе хитҡа әйләнгән.
Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова 1937 йылда Тажикстанда тыуған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе менән Башҡортостанға күсеп ҡайта. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада бригадаларында эшләй. Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була.1970-се йылдарҙан башлап, йырҙар ижад итә.
Композиторҙың күп йыллыҡ ижадында 700-гә яҡын музыкаль әҫәр бар. Уның йырҙары Фәрит Бикбулатов, Фәнәүи Сәлихов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова һәм башҡа артистар репертуарына ингән.
Роза Сәхәүетдинова музыка ҡоралдары һәм хор өсөн әҫәрҙәр яҙа, шулай уҡ Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Рәми Ғарипов шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә.
Композитор профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БАССР һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 2019 йылда баҡыйлыҡҡа күскән Венер Сәхәүетдинов менән ике ҡыҙға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары аталарының юлын дауам итә.
Моң әлиһәһенең яҡтылығы ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм әлбиттә, мәңгелек йырҙарында дауам итә.
Рәмилә Исмәғилева



