1 ноябргә табыш буйынса план 76 процентҡа үтәлгән. Республика ҡаҙнаһы 175 миллиард һумға тулыланған. Федераль бюджеттан 67 миллиард һумдан ашыу аҡса алынған. Йыллыҡ табыш буйынса план әлегә 75 процентҡа үтәлгән. Сығымдарҙың ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелгән. Киләһе йылда Башҡортостан бюджетының табыш өлөшө 314 миллиард һум булыр тип көтөлә.





