Бөгөнгә 125 километрҙа эштәр теүәлләнгән, план йыл аҙағына тиклем үтәлергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса төп иғтибар район үҙәктәрен Өфө менән тоташтырған, туристик объекттарға, ҙур предприятиеларға илткән юлдарға иғтибар бирелә. Республикала юлдар селтәре 3 мең 200 километрға яҡын. 2030 йылға уның 83 процентын тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған.




