Йыйылышта биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре һәм яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдарының бурыстары ҡаралды. Төбәктең динамик үҫешен тәьмин итеү һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын артабан яҡшыртыуға дөйөм тырышлыҡ менән генә өлгәшергә була, тиелде семинарҙа.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр берегеҙҙән-хакимиәт башлыҡтарынан, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренән алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы ни тиклем сифатлы хәл итеүебеҙ тора. Башҡортостан башлығы муниципалитет етәкселәренә 2025 йылда яуаплы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдереп, артабанғы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Семинар барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, ҡала һәм район халҡы менән конструктив диалог төҙөү, инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү механизмдары тикшерелде.




