Өфөлә «Бөрйән — башҡортомдоң рух бишеге» хәйриә акцияһы үтте

Бөрйәндәр Өфөлә йыйылды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөрйән яҡташтар берлеге ойошторған «Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге» исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы. Яҡташтар осрашыуҙа Бөрйән районының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында һөйләште.

Осрашыуға килеүселәр үҙен мәргәнлектә һынаны. Яңы Мөсәт ауылы мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы Мөхәррәм Ҡасҡынбаев милли рух тәрбиләүсе был милли спорт төрө буйынса түңәрәк асҡан. Ауылда махсус хәрби операцияла һәләк булған Ғәлинур Сөләймәнов иҫтәлегенә ярыштар ҙа ойошторола.

Район спорт һөйөүсе ғаиләләре менән данлыҡлы. Салауатовтар һәм Сәфиуллиндар ил буйынса уҙғарылған ярыштар чемпиондары.

Башҡортостан дәүләт концерт залының фойеһында бөрйән балының хуш еҫе аңҡыны. «Баллы Бөрйән» исемле бай күргәҙмә эшләне. Унда «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының һәм район солоҡсоларының эштәре, бөрйән оҫталарының этнобиҙәүестәре, кейеҙ, күн, ҡорама әйберҙәре тәҡдим ителде.

Башҡорт тирмәһе янында этнокейемдәр, китаптарҙан экспозиция ҡуйылды. Ҡунаҡтар авторҙар менән осрашты, уларҙың шиғырҙарын тыңланы.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Өфөлә уҡып йөрөгән Бөрйән студенттары менән һөйләште. Йәштәр тыуған яғында эш урындары, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү һорауҙарына яуаптар алды.

Күптән күрешмәгән яҡташтар аралашты, осрашыуға килеүселәр гармун көйҙәренә бейене.

Сара бөрйәндәрҙең таланттар төйәге икәнлеген раҫлаусы концерт менән тамамланды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ