Сәхнәлә «Һигеҙенсе нота» инклюзив балалар эстрада хоры сығыш яһаны. «Был донъяла һин яңғыҙ түгел» тип исемләнгән концерт программаһында ансамбль патриотик йырҙарҙы, хиттарҙы башҡарҙы. Өфөнөң йәмәғәт палатаһының «Таланттар планетаһы» коммерция булмаған автономлы ойошмаһы менән берлектәге проекты йыл башынан тормошҡа ашырыла. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған программа менән ижади төркөм шифаханаларҙа, дауаханаларҙа сығыш яһаған. Һәләтле балаларҙың сығышын буласаҡ әсәйҙәр, клиника хеҙмәткәрҙәре ҡараны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына перинаталь үҙәктең профсоюз ойошмаһы бүләк тапшырҙы.



